+15 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
26 Июнь 2020, 16:48

Ғүмер оҙайлығы арта

2019 йылдың төп ҡаҙаныштарының береһе – граждандарҙың ғүмер оҙайлығының артыуы, тине Башҡортостан Хөкүмәтенең беренсе вице-премьеры Андрей Назаров депутаттар алдында сығыш яһағанда.#национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

2019 йылдың төп ҡаҙаныштарының береһе – граждандарҙың ғүмер оҙайлығының артыуы, тине Башҡортостан Хөкүмәтенең беренсе вице-премьеры Андрей Назаров депутаттар алдында сығыш яһағанда.
Ғүмер оҙонлоғо бер йыл эсендә 6,5 айға артты һәм 72,64 йыл тәшкил итте (2018 йылда – 72,06). Бындай үҫеш һаҡланған осраҡта, республика киләһе биш йыл эсендә илдә тәүге унау иҫәбенә инә ала, тип билдәләп үтте вице-премьер.
Бөтә сәбәптәр арҡаһында үлем коэффициенты 1000 кешегә 12,1 тәшкил итте һәм 2018 йыл менән сағыштырғанда, 2,4 процентҡа кәмене. Башҡа төбәктәргә ҡарағанда, республика былтырғы һөҙөмтәләр буйынса 31-нсе позицияға (2015 йылда – 36-нсы урын) күтәрелде.

2019 йылда миграцион кәмеү 4 216 кеше тәшкил иткән. 2018 йылда ул яҡынса 1,5 тапҡырға күберәк һәм 6 648 кеше ине.
"2015 йылдан тыуыусылар һаны кәмеү тенденцияһын әлегә еңеп булманы. Бының сәбәбе - бөтә донъяла барған "икенсе демографик күсеш" һөҙөмтәләре – теркәлгән никахтар һаны кәмеүе, шулай уҡ никахлашыу һәм әсә булыуҙың "ҡартайыуы". Һәм беҙ халыҡ һанын арттырыу өҫтөндә эшләйбеҙ, ғаиләләргә ярҙам күрһәтеү буйынса бар саралар күрелә, – тине Андрей Назаров.
Читайте нас: