+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
29 Июнь 2020, 11:43

Тауыш биреү әүҙем бара

Рәсәй Конституцияһына төҙәтмәләр индереү буйынса тауыш биреү 766-сы һайлау участкаһында бөтә санитар-эпидемиологик нормаларҙы һәм талаптарҙы үтәп ойошторолған.

Рәсәй Конституцияһына төҙәтмәләр индереү буйынса тауыш биреү 766-сы һайлау участкаһында бөтә санитар-эпидемиологик нормаларҙы һәм талаптарҙы үтәп ойошторолған.
Шәмбе, йәкшәмбе көнө был участкаға ҡараған Тирмән, Ҡолоҡас, Ярлыҡап ауылдары халҡы өсөн һайлау комиссиялары урынға барып алдан һайлау ойошторҙо. Шулай уҡ комиссия ағзалары Асҡар ауылының оло йәштәгеләренең өйҙәренә лә йөрөнө.
– Алдан тауыш биреү уңайлы – һәр кем үҙ ваҡытына ҡарап һайлау участкаларына килә ала, – комиссия рәйесе Гөлназ Дәүләтбаева. – Бына үткән ял көндәрендә алдан тауыш биреүселәр күп булды.
Оло һәм урта йәштәгеләр менән бер рәттән тәүгә тауыш биреүҙә ҡатнашҡан йәштәрҙең дә әүҙем булыуҙары ҡыуаныслы. Асҡарҙан Гөлиә Әйүпова алдан тауыш биреү мөмкинлеге менән файҙаланып, үҙенең гражданлыҡ бурысын үтәне лә инде. Комиссия ағзалары Гөлиә Илфат ҡыҙына Башҡортостандың Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Илона Макаренконың тәбрикләү хатын тапшырҙы.
Читайте нас: