+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
1 Июль 2020, 20:55

Хәүефһеҙлек саралары күҙәтелде

Сәйәси кампания граждандарҙың сәләмәтлеген хәүеф аҫтына ҡуйманы.

Илдәге пандемияға бәйле, һайлау бөтә хәүефһеҙлек талаптарын күҙәтеп үткәрелде. Хәмит ауылындағы 813-сө һайлау участкаһында ла тауыш биреүгә килеүселәрҙе ишек төбөндә үк ҡаршылап, температура үлсәнеләр, һаҡлыҡ саралары менән тәьмин иттеләр. Битлек-бирсәткә кейеүҙән бер кем дә баш тартманы, дистанция күҙәттеләр. Халыҡ был талаптарҙың үҙҙәренең именлеге өсөн булыуын аңлап эш итте. Ғөмүмән алғанда, Хәмиттә һайлау тыныс һәм эшлекле шарттарҙа уҙҙы.
Читайте нас: