+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
1 Июль 2020, 12:30

Халыҡтың яуаплылығы ҡыуандыра

Бөгөнгө һайлау мөһим - ил граждандары Конституцияға үҙгәрештәр өсөн үҙ тауышын бирә.

Таһир Кусимов исемендәге гимназияла урынлашҡан 767-се һайлау участкаһында бөгөн иртәнән эшлекле мөхит - район үҙәге халҡы мөһим һайлауға ихлас килә. Ғаиләләре менән тауыш биргәндәр, тәүге тапҡыр гражданлыҡ бурысын үтәгәндәр бар. Һайлау комиссияһында ун йылдан ашыу эшләгән Гөлкәй Ишбулатова быйылғы һайлауҙа халыҡтың әүҙем ҡатнашыуын, һайлаусыларҙың илдең төп документтағы үҙгәрештәре яңы тормошҡа нигеҙ һаласағына оло ышаныс белдереүҙәрен билдәләне. Һайлау бөтә хәүефһеҙлек сараларын күҙәтеп үткәрелә: тауыш бирер алдынан тән температураһы үлсәнә, бирсәткә-битлек бирелә, дистанция күҙәтелә.
Читайте нас: