-4 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
1 Июль 2020, 10:15

Ил Президенты указы буйынса

Милли проект буйынса урта һәм кесе эшҡыуарлыҡҡа ҙур күләмдә дәүләт ярҙамы күрһәтелгән.#ВладимирПутин

Ил Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғыстарына булышлыҡ итеү” милли проекты аҡсаһын иҫәпкә алғанда, 2019 йылда Башҡортостан агросәнәғәт комплексындағы бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттарына дәүләт ярҙамы 1,16 миллиард һум тәшкил иткән.
Яңы эш башлаған 21 фермер һәм 26 ғаилә фермаһы ошондай ярҙам программаһында ҡатнашҡан. Тағы ла 28 миллион һумлыҡ ике грант кооперативтарҙың матди-техник базаһын үҫтереүгә бүленгән.
2018 йылда ғәмәлгә индерелгән килем килтереүсе проекттарға булышлыҡ итеү программаһы ҙур һөҙөмтәлелек күрһәткән. Уны тормошҡа ашырыу нигеҙендә 224 ауыл хужалығы ҡулланыусылар кооперативы төҙөлгән. Уларҙың проекттарын ғәмәлгә ашырыу өсөн Башҡортостан Республикаһы ҡаҙнаһынан йүнәлтелгән ярҙам 600 миллион һум тәшкил иткән.
Башҡортостан Хөкүмәте вице-премьеры – ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов әйтеүенсә, былтыр республика “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғыстарына булышлыҡ итеү” милли проектының “Фермерҙарға ярҙам системаһын ойоштороу һәм ауыл кооперацияһын үҫтереү” проекты сараларын тормошҡа ашыра башланы. Һөҙөмтәлә 115 бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ берәмеге һәм 210 яңы эш урыны барлыҡҡа килде.
Фото: agriculture.bashkortostan.ru
Читайте нас: