Байым ауылы халҡы бөгөнгө һайлауҙа бик әүҙем ҡатнаша.Һайлау комиссияһы хәбәр итеүенсә, иртәнге сәғәттәрҙә халыҡ оло яуаплылыҡ менән тауыш биргән. Бөтәһе 73 процент һайлаусылар килгән. Улар араһында тәүге тапҡыр гражданлыҡ бурысын үтәгәндәр бар. Студенттар Айгиз Сәйетғәлин менән Заһир Хәйруллин үҙ ғүмерҙәрендә беренсе мәртәбә һайланылар.