-5 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
1 Июль 2020, 13:40

Республика халҡы әүҙем тауыш бирә

Үҙәк һайлау комиссияһы бөгөн көн дауамында һайлау барышы менән таныштырасаҡ.

1 июль иртәһенә ҡарата республикала 2 100524 кеше тауыш биргән. Был - дөйөм тауыш биреүселәрҙең 69,10 проценты. Мәғлүмәт менән республика үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Илона Макаренко брифингта сығыш яһаны.
Электрон юл менән тауыш биреү шишәмбе кис, 30 июндә тамамланды. Был төркөмдә һайлауға килеү 93 процент тәшкил иткән.
Быйыл өйҙән тауыш биреү ҙә бик популяр. Теге йәки был сәбәп буйынса өйөгөҙҙән сыға алмайһығыҙ икән, бөгөн сәғәт 5-кә тиклем үҙегеҙҙең участка һайлау комиссияһына шылтыратып ғариза ҡалдыра алаһығыҙ.
Гражданлыҡ бурысығыҙҙы быға тиклем үтәмәһәгеҙ, бөгөн яҡшы мөмкинлек бар. Бөгөн – илдә ял көнө.
Фотола: 770-се Байым һайлау комиссияһы.
Читайте нас: