Үҙәк һайлау комиссияһы секретары Марина Долматова республикала һайлау барышы менән таныштырҙы. Көндөҙгө 12 сәғәткә 76 процент һайлаусылар үҙ тауышын биргән. Брифингта район-ҡалаларҙағы иң әүҙем участкалар аталды. Әбйәлилдең Таһир Кусимов исемендәге гимназияла урынлашҡан һайлау участкаһы иң яҡшылар араһында тәүге булып аталды. Унда һайлаусыларҙың 75 проценты тауыш бирергә өлгөргән.