«Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыуҙы 2021 йылдың 1 апреленән 30 апрелгә тиклем үткәрергә», тиелә Рәсәй Хөкүмәте ҡарарында.
Был документ Рәсәй хөкүмәтенең хоҡуҡи мәғлүмәт интернет-порталында донъя күрҙе.
Ошо уҡ ҡарарға ярашлы, илдең алыҫ һәм төпкөл, транспорт бәйләнеше ҡатмарлы булған биләмәләрендә, халыҡ иҫәбен алыу 2020 йылдың 1 октябренән 2021 йылдың 30 июненә тиклем үтәсәк.