Рәсәйҙә, рәсми рәүештә эшһеҙ булараҡ теркәлеүселәр һаны 30 июндә 2,7 миллионға етте, тип белдерҙе Роструд ведомствоһы етәксеһе Денис Васильев.
«Хәҙер беҙҙә 2,7 миллион эшһеҙ кеше теркәлгән, был үткән йылға ҡарағанда 2 миллион кешегә күберәк», – тине ул. Д. Васильевтың билдәләүенсә, мәшғүллек үҙәгендә тәҡдим ителеүсе вакансиялар, эшһеҙлек буйынса теркәлеүселәр һанына ҡарата 2 тапҡырға әҙерәк.