+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
2 Июль 2020, 16:19

Ил һаҡларға китә егеттәр

Бөгөн райондан тағы 14 егет хәрби хеҙмәткә китте.

Бөгөн райондан тағы 14 егет хәрби хеҙмәткә китте.
Район хәрби комиссариатында буласаҡ һалдаттарҙы изге теләктәр менән тантаналы оҙатып ҡалыу матур йолаға әйләнде. Оҙатыу тантанаһында район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Раян Фәттәхов, Дәүләт ауыл Советы ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Фәнгиз Искәнйәров ҡатнашты.
– Әбйәлил егеттәре һәр саҡ маҡтаулы хеҙмәт итеүҙәре менән айырылып тора. Һеҙ ҙә ил һағын намыҫлы һаҡларһығыҙ, тип ышанам, һәм командирҙарығыҙҙан изге бурысығыҙҙы үтәүҙә өлгө булыуығыҙ хаҡында хәбәр иткән рәхмәт хаттары көтөп ҡалабыҙ, – тине хәрби комиссар Рөстәм Ғәҙелшин.
– Әбйәлилдәр намыҫына тап төшөрмәй, хәрби бурысығыҙҙы намыҫ менән үтәп, тыуған йортҡа барығыҙҙың да имен-аман әйләнеп ҡайтыуын теләйем, – тип изге фатихаһын бирҙе яҡташтарына Раян Баян улы.
Бөгөн әрмегә оҙатылған егеттәрҙең дүртәүһе Ҡаҙмаштан. Тағы шуныһы: улар барыһы ла гер спорты буйынса үҙ ауырлыҡ категорияларында район, рсепублика кимәлендә еңеүҙәре менән билдәле. Шулай уҡ ДОСААФ-тың Әбйәлил бүлексәһендә уҡып, хәрби машинала йөрөү оҫталығына эйә водителдәр ҙә бар.
Хәрби комиссарҙың һәм уның ярҙамсыһы Илгиз Хәйризаманов буласаҡ һалдаттарға тейешле инструктаж үткәргәндән һуң, бөтә уңайлыҡтары булған автобус ил һаҡсыларын Өфөгә алып китте.
Һалдатҡа оҙатыу, әрмелә коронавирус инфекцияһы таралыуға юл ҡуймау маҡсатында, бөтә хәүефһеҙлек талаптарын үтәп башҡарыла.
Читайте нас: