+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
3 Июль 2020, 11:30

Путин рәхмәт белдерҙе

Шаршамбыла Рәсәй халҡы Конституцияға үҙгәрештәр индереү буйынса тауыш бирҙе.#ВладимирПутин

Шаршамбыла Рәсәй халҡы Конституцияға үҙгәрештәр индереү буйынса тауыш бирҙе.
Ошо көндө күрһәткән әүҙемлектәре өсөн ил башлығы Владимир Путин бар рәсәйлеләргә рәхмәт белдерҙе.
Әбйәлилдәр ҙә һайлауҙа әүҙем ҡатнашты. Районда бөтәһе 62 һайлау участкаһы эшләне. Исемлектәргә индерелгән һайлаусыларҙың 91,65 проценты үҙҙәренең гражданлыҡ бурыстарын үтәне.
Конституцияға төҙәтмәләрҙе хуплап районда 25262 кеше тауыш бирһә, 5475 кеше был үҙгәрештәргә ҡаршы булыуын белдерҙе. Республика буйынса һайлаусыларҙың 88,38 проценты ыңғай, 10,60 проценты ҡаршы тауыш биргән.
Читайте нас: