РФ Элемтә министрлығы пандемия осоронда социаль йүнәлешле сайттарҙы бушлай файҙаланыу проектын тормошҡа ашырғайны.«Һанлы иҡтисад» милли проекты сиктәрендә барған был сара үҙенең әһәмиәтле булыуын иҫбатланы. Кәрәкле сайттар менән ололар айырыуса ҡулланырға өйрәнеүе күренде. Реестрға индерелгән 371 сайт бәйләнеш операторҙары менән килешеү нигеҙендә бушлай эшләүҙе дауам итәсәк әле.