+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
7 Июль 2020, 12:04

«Бәхет сере — бер-береңде аңлауҙа...»

Шулай тиҙәр Асҡар ауылында йәшәүсе Миләүшә менән Вадим Лобановтар.

Шулай тиҙәр Асҡар ауылында йәшәүсе Миләүшә менән Вадим Лобановтар. Тәүге мөхәббәттәрен ғүмерлек итеп, беренсе саф хистәргә тоғролоҡ һаҡлап, туғандарын, дуҫтарын ҡыуандырып, гөрләтеп донъя көткән татыу, матур парға һоҡланмаған кеше юҡ.

Ҡыҙҙар бәләкәй саҡтан буласаҡ ғаиләһен күҙ алдына килтереп, хыялланырға ярата. Миләүшә лә тормош иптәшенең уны усында ғына йөрөтәсәген, уның менән ҡыҙ һәм ул үҫтерәсәктәрен юрай. Яҙмышмы, юрағаны юш киләме — теләктәре тормошҡа аша. Яңы ғына мәктәп тамамлаған ҡыҙға әрменән ҡайтҡан мыҡты кәүҙәле, аҡыллы егет күҙ һала. Бер мәктәптә белем алған Вадим менән Миләүшәнең мөхәббәт тарихы шулай башлана. Ике йәш йөрәк бер-береһен оҙаҡ һынамай, ғүмер юлын бергә үтергә ҡарар итә.

2000 йылдан алып улар бергә. Быйыл 30 июндә һоҡланғыс пар үҙҙәренең егерме йыллыҡ ғаилә туйын билдәләгән. Ике тиҫтә йыл эсендә уңған, тырыш ир менән ҡатын бына тигән итеп донъя ҡорған, ҡыҙ менән улға ғүмер биргән.

Ғаилә иң тәүҙә Миләүшәнең әсәһе менән бергә йәшәй. Бәхеттәрен арттырып, ҡыҙҙары Регина тыуа. Ғаилә ишәйгәс, йүнсел, булдыҡлы Вадим тиҙ арала Көнсығыш-1 биҫтәһендә бәләкәй йорт һала. 2014 йылда Лобановтар «Йәш ғаиләләргә — торлаҡ» программаһы буйынса дәүләт ярҙамы ала. Был аҡсаға, улдары тыуыу уңайынан бирелгән әсәлек капиталын ҡушып, Дауытта ҙур йорт һатып алалар. Оҫта ҡуллы хужалар донъяларын бөтәйтеп, төҙөкләндереп, бөтә шарттар булдырыуға өлгәшкән. Вадим, ғаилә башлығы булараҡ, үҙенең яҡындары өсөн оло яуаплылыҡ тоя.

— Ғаилә минең өсөн ожмах, йортома ҡайтһам күңелем үҫә, кәйефем күтәрелә, бөтә арыу-талыуҙарым юҡҡа сыға, — ти ул. — Миләүшә йәки балалар өйҙә булмаһа, үҙемә урын таба алмайым. Кәләшемә рәхмәтлемен: ул беҙҙең ғаилә усағын һаҡлаусы, ҡот биреүсе, беҙҙе ҡурсалап, һаҡлап тороусы.

Райондың юл төҙөлөш-ремонт идаралығында оҙаҡ йылдар эшләгән Вадим Александровичтың хеҙмәте тынғыһыҙ, ауыр булыуын беләбеҙ. Бригадир В. Лобанов ҡатнашлығынан тыш берәй асфальт юл һалынды йәки ремонтландымы икән?! Алһыҙ-ялһыҙ эшләгән юлсының намыҫлы хеҙмәте район, республика наградалары менән билдәләнгән. Коллективта ла, етәкселектең дә абруйын ҡаҙанған ул.

Миләүшәне лә белмәгәндәр һирәктер. Һәр хәлдә транспорты булған һәр кем Миләүшә Раил ҡыҙына юридик ярҙам артынан мөрәжәғәт итә. Документация эше ҡатмарлы булыуына ҡарамаҫтан, бөтәһен дә иғтибар менән тыңларға, ярҙам итергә тырыша шәхси эшҡыуар.

Лобановтар бөтә буш ваҡыттарын балаларына арнай. Тәрбиә эше һинеке, минеке тип бүлеп тормайҙар, күмәкләшеп ултырып һөйләшәләр, аңлаталар. Бәләкәй сағынан табип булырға хыялланған Регина — Силәбе медицина университетының икенсе курс студенты. Владик өсөнсө класты тамамлаған. Яҡшы уҡый, спорт менән етди шөғөлләнә. Бокс буйынса Әбйәлил чемпионы тип танылған, төрлө ярыштарҙа беренсе, икенсе урындар уныҡы.

Вадимдың алтын ҡулдары көнкүреш өсөн ниндәй генә кәрәк-яраҡ эшләмәгән? «Ока» машинаһына ҡулайлаштырып, ҡар көрәгес эшләһенме, мотоблокка бәләкәй тағылма арба уйлап тапһынмы, баҡсала ҡупшы фонтан ултыртһынмы — бөтәһе лә шәп килеп сыға. Ысын ир йорт һалырға, ул үҫтерергә, ағас ултыртырға тейеш тигәндәр. Ғаилә башлығы әллә күпме емеш ағасы ултыртҡан: баҡсаларында ни генә үҫмәй — алма, груша, сейәнән башлап, абрикос, слива, виноградҡа тиклем. Миләүшә иһә рауза гөлдәрен ярата. Йәй буйы баҡсалары аллы-гөллө төҫтәр менән балҡый, мул уңыш менән дә ҡыуандыра. Аш-һыуға маһир хужабикә ҡәҙерлеләрен тәмле-татлы ризыҡтар менән һыйлай.

— Ғаиләбеҙҙең бәхет сере бик ябай, бер-береңде аңлауҙа, ихтирам-ҡәҙер итеүҙә. Әлбиттә, йылдар үтеү менән ғаилә иң ҙур байлыҡ булыуын аңлайһың. Мин тормош иптәшемдең хыялымдағыса булыуына ҡыуанам, ул мине ҡәҙерләй, ярата. Ғүмер юлымды тап уның менән үтергә яҙғаны өсөн ҡыуанам, — ти Миләүшә. — Тағы ла әсәйемә, Мәүлиҙә Рәүф ҡыҙына рәхмәтлемен — балаларҙы ул ҡарашты, тәрбиәләште.

Матур ғаиләнең тормош тәгәрмәсе алға ҡарай тигеҙ юлдан елдерһен, хыялдарын ысынбарлыҡҡа әйләндереп, татыулыҡта оҙаҡ йылдар йәшәргә яҙһын.

Динара САФИУЛЛИНА.

Читайте нас: