+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
7 Июль 2020, 12:43

Намыҫлы хеҙмәтегеҙ онотолмаһын

1 июлдә билдәләнгән Хәрби хәрәкәттәр ветерандары көнөндә Асҡарҙа тантаналы митинг уҙҙы.

1 июлдә билдәләнгән Хәрби хәрәкәттәр ветерандары көнөндә Асҡарҙа тантаналы митинг уҙҙы.

Хәрби хеҙмәтен Төньяҡ Кавказ республикаларында үтәп, батырлыҡ өлгөһө күрһәткән, хәҙер тыныс тормошта лайыҡлы донъя көткән ир-егеттәр былтыр үҙ көстәре менән локаль бәрелештәрҙә ҡатнашыусылар хөрмәтенә ҡуйған мемориал янында йыйылды. Уларҙы иҫтәлекле дата уңайынан райондың хәрби комиссары Рөстәм Ғәҙелшин тәбрикләп, ил һағындағы намыҫлы хеҙмәте, ҡыйыулыҡтары, район исеменә тап төшөрмәүҙәре, йәш быуынды тәрбиәләүгә индергән өлөштәре өсөн рәхмәт белдерҙе, сабырлыҡ, ныҡлы һаулыҡ һәм именлек теләне.

Рөстәм Миңлеғәле улы хәрби-патриотик тәрбиә йүнәлешендә әүҙемлек күрһәткән хәрби хәрәкәттәр ветерандары Илмир Ғәлиуллин, Илнур Суфиянов, Рәфҡәт Хәсәнов, Марат Нәжметдиновҡа хәрби комиссариаттың почет грамоталарын тапшырҙы. «Боевое братство» Бөтә Рәсәй йәмәғәт ойошмаһына — 20 йыл» юбилей миҙалдары менән Ринат Баһауетдинов, Рәфҡәт Хәсәнов, Арман Жусупов, Рәфис Таһиров, Зариф Собханғолов, Динис Йомағужин, Динир Солтанов, Камил Ғәскәров, Ғәфүр Хөсәйенов бүләкләнде.

Ветерандар ойошмаһына нигеҙ һалып ҡына ҡалмай, йәмәғәт эштәрендә әүҙемлек күрһәткән, мәктәптәрҙәге илһөйәрлек дәрестәрендә ҡатнашҡан, биләмәлә йәшәүсе ауыр тормош хәлендәгеләргә ярҙам ҡулы һуҙған бер төркөм уҙамандар Таштимер ауыл биләмәһе хакимиәтенең рәхмәт хаттары менән билдәләнде.

Афғанстан ветерандары ойошмаһы рәйесе Илгиз Хәйризаманов та егеттәргә изге теләктәрен еткерҙе. «Илде һаҡлау, әрме хеҙмәте бер ваҡытта ла көнүҙәклеген юғалтмаясаҡ. Беҙгә ҡарап, йәш быуын өлгө ала һәм уларға һалдат исемен йөрөтөү ни тиклем абруйлы икәнлеген төшөндөрөргә тейешбеҙ. Илебеҙ күге тыныс булһын, һеҙҙең намыҫлы хеҙмәтегеҙ онотолмаһын», — тине ул.

«Боевое братство» ойошмаһының район филиалы етәксеһе Рузил Низаметдинов яуҙаштарын байрам уңайынан ҡотлап, «ҡыҙыу нөктә»ләрҙә һәләк булған иптәштәрен бер минут тынлыҡ менән иҫкә алғандан һуң мемориалға сәскәләр һалынды.

Тантаналы сараны ойошҡанлы үткәреүгә хәрби хәрәкәттәр ветераны Азамат Шәйәхмәтовтың тормош юлдашы, мәҙәниәт хеҙмәткәре Илүзә Мөҙәрис ҡыҙы күп көс һалды. Шәйәхмәтовтар ғаиләһе мемориалдың тәртиптә һәм төҙөк булыуына ла етди өлөш индереүе, яҙ етеү менән унда сәскәләр ултыртып, таҙартып, тәрбиәләп тотоуы маҡтауға лайыҡ.

Таштимер ауыл биләмәһендә йәшәүсе хәрби хәрәкәттәр ветерандары Төньяҡ Кавказ төбәгендә барған яуҙарҙа башын һалған иптәштәрен дә онотмай, уларҙы тәрән хөрмәт менән хәтерләп, Артур Әхмәтйәнов, Рушан Ахунйәнов һәм Ринат Зәйнуллиндың ҡәберҙәренә лә сәскәләр һалып ҡайтты.

Резеда ХӘСӘНОВА.

Читайте нас: