-6 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
8 Июль 2020, 12:34

Ташламалы автокредит алыу мөмкинлеге бар

Ташламалы автокредит программаһы балалы ғаиләләргә, медицина хеҙмәткәрҙәренә һәм трейд–ин программаһында ҡатнашыусы кешеләргә тәғәйенләнә.#национальныепроекты #регпроекты #нацпроектыБашкортостан

Ташламалы автокредит программаһы балалы ғаиләләргә, медицина хеҙмәткәрҙәренә һәм трейд–ин программаһында ҡатнашыусы кешеләргә тәғәйенләнә.
Рәсәй хөкүмәте ҡарары менән билдәләнгән ҡағиҙәгә ярашлы, 1 июндән ташламалы хаҡҡа ғаиләһендә бала тәрбиәләгәндәр, медицина хеҙмәткәрҙәре, автодилерға тәүге иғәнә иҫәбенә үҙенең алты йылдан ашыу ҡулланыуҙа булған автомобилен һатҡан (трейд–ин) кешеләр йәки тәүге тапҡыр автомобиль алыусылар дәғүә итә ала. Ташлама автомобиль хаҡының 10 проценты күләмендә тейеш, ә электромобиль һәм Алыҫ Көнсығышта йәшәүселәр өсөн был ташлама 25 процент тәшкил итә. Яңы талапҡа ярашлы хаҡы бер миллион ярым һумға (быға тиклем 1 миллион ине) тиклем булған яңы автомобиль алыу өсөн льготалы кредит юлларға була. Водитель танытмаһы булыуы мотлаҡ. Был программа илдә автомобиль етештереү сәнәғәтен үҫтереүгә, эшҡыуарлыҡҡа ярҙам итеүсе Милли проектты бойомға ашырыуға йүнәлтелә. 2020 йылда льготалы автокредитты субсидиялау өсөн федераль бюджетта 22,5 миллиард һум һалынған.
Читайте нас: