+7 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
9 Июль 2020, 13:35

«Ете егет» проекты башлана

Былтыр көҙ Башҡортостан юлдаш телевидениеһында башҡорт халыҡ ижадын үҫтереүгә йүнәлтелгән «7 егет» проекты төшөрөлгәйне.

Былтыр көҙ Башҡортостан юлдаш телевидениеһында башҡорт халыҡ ижадын үҫтереүгә йүнәлтелгән «7 егет» проекты төшөрөлгәйне. Сағыу реалити-шоуҙы тамашасылар яратып ҡараны, унда ҡатнашыусылар ҡиммәтле бүләктәргә лайыҡ булды, ә еңеүсе — Әбйәлил егете Салауат Хафизов башҡорт тоҡомло ат менән бүләкләнде. Ошо көндәрҙә проекттың икенсе сезоны төшөрөлә башланы. Төрлө райондарҙан йыйылған ете егет Йылайыр һәм Ейәнсураның хозур төбәктәрендә үҙҙәрен умартасылыҡ, ағас эше, йылҡысылыҡ, тимерселек, күн эшкәртеү, уҡтан атыу кеүек шөғөлдәрҙә һынаясаҡ.
Читайте нас: