+7 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
10 Июль 2020, 12:30

Өфө ҡалаһындағы “Тулҡын” паркы үҙгәртеп ҡорола

Бындағы эштәр ил Президенты Владимир Путиндың май указдарына ярашлы барлыҡҡа килгән "Торлаҡ һәм ҡала мөхите" милли проекты ярҙамында мөмкин булды.#национальныепроекты #регпроекты #нацпроектыБашкортостан

Бындағы эштәр ил Президенты Владимир Путиндың май указдарына ярашлы барлыҡҡа килгән "Торлаҡ һәм ҡала мөхите" милли проекты ярҙамында мөмкин булды.
Парк биләмәһе ике тапҡырға киңәйтелгән. Бында йәйәүлеләр өсөн юлдар, балалар һәм спорт майҙансыҡтары, хоккей майҙансығы, сәхнә барлыҡҡа килгән.
Бында автопарк та бар. Ул шуныһы менән мөһим: балалар юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен өйрәнәсәк. Бынан тыш, паркта 100 камеранан торған видеокүҙәтеү ойошторолған.
Тағы шуныһы ҡыуандыра: һаулығы буйынса мөмкинлектәре сикләнгәндәр өсөн дә уңайлыҡтар буласаҡ паркта. Өҫтәүенә тиҙҙән барлыҡҡа киләсәк быуа ла өфөләр һәм баш ҡала ҡунаҡтары өсөн үҙенсәлекле ял итеү урынына әйләнәсәк.
Читайте нас: