Район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Раян Фәттәхов матур сараға саҡырылған күп балалы ғаиләләрҙе байрам менән тәбрикләп, изге теләктәр юлланы.
— Ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнө — һәр кем өсөн яҡын булған яҡты байрам ул. Сөнки ғаилә бөтәбеҙ өсөн дә иң ҡәҙерле, мөһим төшөнсә. Бар ғаиләләрҙә именлек, бәхет һәм тыныслыҡ булһын, балаларҙың шат тауыштары яңғыраһын, — тине Раян Баян улы. — Беҙҙең районда татыу, уңған ғаиләләр бихисап: улар тырышып донъя көтә, балалар үҫтерә. Әбйәлилдә «Әсәлек даны» миҙалы менән 340 әсә бүләкләнгән.
Тантанала бишәр бала тәрбиәләүсе әсәләргә мәртәбәле награда — «Әсәлек даны» миҙалы тапшырылды. Тал Ҡусҡарынан Венера Дәүләтбаева, Нияҙғолдан Гөлнара Сурина, Ҡолоҡастан Айгөл Хәсәнова, Юлдаштан Гөлдәр Шәрипова миҙал һәм матур гөлләмәләр алды.
Йыл һайын был байрамда райондың иң өлгөлө, татыу ғаиләһе «Мөхәббәт һәм тоғролоҡ өсөн» миҙалына лайыҡ була. Быйыл был юғары наградаға Йәлембәт ауылынан Фәрзәнә һәм Ғәйнетдин Шәмсетдиновтар күрһәтелде. Ҡыуаныстан йөҙҙәре балҡыған бәхетле ғаиләне сәхнә түренә саҡырып тәбрикләнеләр. Раян Баян улы «Мөхәббәт һәм тоғролоҡ өсөн» миҙалын тапшырып, артабан да үрнәк булып йәшәргә, балалар, ейәндәренең ҡәҙер-хөрмәтен күреп, имен ғүмер итеүҙәрен теләне.
Юғары баһа өсөн Фәрзәнә Хатип ҡыҙы республика, район, биләмә етәкселегенә оло рәхмәт белдерҙе.
Бер тында үткән байрам сараһын йырсылар Зөмәрә һәм Сәғит Хызыровтар, Гөлсиә һәм Ғәдинан Усмановтарҙың моңло сығыштары менән биҙәне.