+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
11 Июль 2020, 10:45

Йәйге ялда – экология маршруттары буйлап

13 июлдә “Башҡортостан” милли паркында Рәсәй тәбиғәт ресурстары һәм экология министрлығы ойошторған “Маршрут төҙөлдө” акцияһының яңы экологик маршруттары презентацияһы үтәсәк.#национальныепроекты #регпроекты #нацпроектыБашкортостан

13 июлдә “Башҡортостан” милли паркында Рәсәй тәбиғәт ресурстары һәм экология министрлығы ойошторған “Маршрут төҙөлдө” акцияһының яңы экологик маршруттары презентацияһы үтәсәк.
Килеүселәргә “Күп яҡлы Күперле” турист маршруты, шулай уҡ Нөгөш һыуһаҡлағысы ярында “45 квартал” экокемпингындағы һәм “Бейек тау” экоһуҡмағындағы яңы объекттар күрһәтеләсәк. БР Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, инфраструктура “Экология” милли проектының “Биологик төрлөлөктө һаҡлау һәм экологик туризмды үҫтереү” федераль проекты сиктәрендә булдырыла.
“Маршрут төҙөлдө” проекты эске экологик туризмды үҫтереү маҡсатында булдырылған. Туристар өсөн быйыл 30-ҙан ашыу ҡурсаулыҡ һәм милли парк мауыҡтырғыс программалар әҙерләгән. Ошо һылтанма буйынса үтеп, Рәсәйҙең матур тәбиғәте менән танышырға һәм интерактив тест ярҙамында йәйге ялды үткәреү өсөн урын һайларға мөмкин: http://testorquest.ru.
Читайте нас: