+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
14 Июль 2020, 13:28

Мөхәббәт һәм тоғролоҡ өсөн миҙал

Йәлембәт ауылында оҙаҡ йылдар татыу ғүмер итеүсе өлгөлө ғаилә — Фәрзәнә менән Ғәйнетдин Шәмсетдиновтар «Мөхәббәт һәм тоғролоҡ өсөн» миҙалына лайыҡ булды.

Йәлембәт ауылында оҙаҡ йылдар татыу ғүмер итеүсе өлгөлө ғаилә — Фәрзәнә менән Ғәйнетдин Шәмсетдиновтар «Мөхәббәт һәм тоғролоҡ өсөн» миҙалына лайыҡ булды.
Ауылдың абруйлы пары был юғары наградаға ысынлап та хаҡлы. Алыҫ, 1981 йылда, декабрь айының һуңғы көнөндә «Запорожец» машинаһында никах теркәүгә барыуҙары яңы ғына һымаҡ булһа ла, байтаҡ ваҡыт уҙған. Бер-береһенә оялсан ғына күҙ һалған сибәр ҡыҙ менән йәш егет хәҙер һөйкөмлө инәй менән олпат уҙаманға әйләнгән. 39 йыл аҙ ғүмер түгел, был арауыҡта әллә күпме тормош һикәлтәләрен үтергә лә тура килгәндер, әммә Шәмсетдиновтар һөйөү хисенә бер-береңде ҡәҙерләү, ихтирам тойғоларын үреп, бәхетле йәшәй.
Йәлембәт ауылында тыуып-үҫкән Ғәйнетдин Нәжим улы ғүмер юлдашы Фәрзәнә Хатип ҡыҙы менән ошонда нигеҙ ҡороп, өс балаға ғүмер биргәндәр. Үҙҙәре уңған, баҫалҡы, ипле ата-әсә ул-ҡыҙҙарын да әҙәпле, аҡыллы, эш һөйөүсән итеп тәрбиәләгән. Улар башлы-күҙле булған, ғаиләләре менән татыу, матур йәшәйҙәр. Өлкән ҡыҙҙары Гөлназ — Асҡарҙа, Таһир Кусимов исемендәге гимназияла логопед булып эшләй, ике ҡыҙы бар, Динара Стәрлетамаҡта йәшәй, дүрт бала әсәһе, улдары Фәнис атай-әсәй нигеҙендә, ғаиләһендә ике бала үҫә, үҙе Магнитогорскиға йөрөп эшләй.
Ғаилә башлығы урындағы хужалыҡта тракторсы булып, һуңынан Магнитогорск ҡалаһының юл төҙөү ойошмаларында эшләп, хаҡлы ялға сыҡҡан. Хәҙер Ғәйнетдин Нәжим улы — дин әһеле, Йәлембәт ауылының имамы. Күптән иман юлындағы Шәмсетдиновтар иҫке мәктәп бинаһын мәсет итеүгә күп көс һала, ауыл халҡы менән бергәләп бөтә дини байрамдарҙы, йома сәйҙәрен уҙғаралар. Фәрзәнә Хатип ҡыҙы ауылда, клубта уҙған барлыҡ сараларҙа әүҙем ҡатнаша, матур йырлай, ансамблдә бейей. Шәмсетдиновтарҙың донъяһы ялт итеп тора, ихата тулы мал-тыуар, баҡса уңышы менән ҡыуандыра. Эре ун баш малға бесән әҙерләү өсөн үҙҙәренең тракторы, сапҡысы бар. Һаман балалар тип тырышып, йүгергән көндәре.
— Нисә йәшкә етһәләр ҙә, балалар ата-әсә өсөн бала булып ҡала. Тормоштары яҡшы, етеш булһын өсөн хәлдән килгәнсә ярҙамлашҡан булабыҙ, улар ҙа атай, әсәй тип өҙөлөп тора, ял-байрамдар һайын килеп хәл белешәләр. Балаларҙың, ейән-ейәнсәрҙәрҙең уңыштарына ҡыуанып йәшәргә яҙһын артабан да, — тиҙәр Шәмсетдиновтар.
Ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнөндә район мәҙәниәт һарайында уҙған тантанала күркәм ғаилә тәбрикләнде. Ата-әсәһе ҡыуанысын уртаҡлашып, балалары ла миҙал тапшырыу уңайынан ҡотларға килде. Йөҙҙәре көтөлмәгән шатлыҡтан балҡыған Фәрзәнә Хатип ҡыҙы менән Ғәйнетдин Нәжим улы, ысынлап та, бәхетле.
— Беҙҙе шулай ололауҙары өсөн район етәкселегенә, Таштимер биләмәһе ҡатын-ҡыҙҙар советы рәйесе Шәрифә Иҙрисоваға ғаиләбеҙ исеменән рәхмәт, — тине Ф. Шәмсетдинова. — Беҙҙән бигерәк балалар ҡыуанды. Миҙал ғаиләбеҙҙең ғорурлығы буласаҡ, уға тап төшөрмәй, үрнәк булып йәшәргә яҙһын.
Читайте нас: