+4 °С
Ясна
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
14 Июль 2020, 13:20

Сабыйҙар һаны артамы?

Юстиция эштәре буйынса дәүләт комитеты мәғлүмәттәренә ярашлы, беренсе ярты йыллыҡта балалар тыуыу тураһында 20278 акт теркәлгән.#национальныепроекты; #регпроекты; #нацпроектыБашкортостан

Башҡортостанда һуңғы ваҡытта балалар тыуыу күрһәткесе түбәнгә китеп бара ине.
“Был хәлде туҡтата алдыҡ”, – тине республиканың ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова.
Юстиция эштәре буйынса дәүләт комитеты мәғлүмәттәренә ярашлы, беренсе ярты йыллыҡта балалар тыуыу тураһында 20278 акт теркәлгән. Был уҙған йылдың ошо уҡ осоро менән сағыштырғанда 613 сабыйға әҙерәк. “2019 йылда иһә, унан алдағы йыл менән сағыштырғанда, кәмеү күрһәткесе 2459 ине. Беҙ дөйөм көс менән сабыйҙар тыуыу һаны кәмеүен туҡтата алдыҡ, – тине Ленара Иванова. – Беҙҙең ҡарашҡа, боролош булды. Май-июндә балаларҙың күберәк тыуыуы теркәлде”.
2017 йылдан алып, Башҡортостанда өсөнсө балалар тыуыуы артыуы күҙәтелә. Ағымдағы йылдың дүрт айында, 2019 йылдың шул уҡ осоро менән сағыштырғанда, өсөнсө балалар тыуыу 2 процентҡа тиерлек артҡан. Дүртенсе һәм унан һуңғы тыуған балалар һаны ла күбәйгән.
Республикала балалар күберәк тыуһын өсөн аҡсалата ярҙам төрҙәре ҡарала. Сабыйҙар тыуыу һанын арттырыу өсөн ҡабул ителгән барлыҡ саралар ҙа “Демография” милли проекты сиктәрендә ғәмәлгә ашырыла.
Фото: tv-karelia.ru
Читайте нас: