+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
15 Июль 2020, 12:05

Лагерҙарҙы асыу тағы кисектерелде

Коронавирусҡа бәйле балаларҙың йәйге ялы күсерелде.

Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров 2020 йылдың мартынан республика биләмәһендә ғәмәлдә булған «Юғары әҙерлек» режимы тураһында указға төҙәтмәләр индерҙе. Республика етәксеһе мәктәп яны лагерҙарын һәм балалар шифаханаларын асыуҙы күсерҙе. Бынан алда 15 июлдә уларҙың эшен башлау планлаштырылғайны. Дата ике аҙнаға – 29 июлгә күсерелде.
Шулай уҡ республика Һаулыҡ һаҡлау министрлығына халыҡҡа коронавирус инфекцияһының таралыуына ҡаршы көрәш хаҡында мәғлүмәт еткереүҙе дауам итеү һәм шишәмбе, кесаҙна көндәрендә көндөҙгө сәғәт 3-тә брифингтар үткәреү бурысы йөкмәтелде.
Читайте нас: