+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
16 Июль 2020, 16:29

Эшһеҙҙәр һаны артҡан

Башҡортостанда йыл башынан алып эшһеҙҙәр һаны 95 мең кешегә еткән йәки 5,2 тапҡырға артҡан. #национальныепроекты; #регпроекты; #нацпроектыБашкортостан

Башҡортостанда йыл башынан алып эшһеҙҙәр һаны 95 мең кешегә еткән йәки 5,2 тапҡырға артҡан.
Эшһеҙлек буйынса теркәлеүсе кешеләрҙең һәр өсөнсөһө пандемия осоронда эшен юғалтҡан. Мәшғүллек үҙәгенә мөрәжәғәт итеүселәрҙең 46 проценты бер һәм бер йылдан артыҡ эшләмәүселәр йәки рәсми эш урындары булмаған граждандар. Эшһеҙлек буйынса пособиены улар ғинуар-апрель өсөн — 1725 һум, май менән июлгә тиклем — 5175 һум күләмендә ала. Бәлиғ булмаған балалары булған эшһеҙ граждандар июндән августҡа тиклем һәр бала өсөн 3 мең һум өҫтәмә аҡса аласаҡ. Республикаға 2020 йылда эшһеҙлек буйынса пособие түләү өсөн Федераль ҡаҙнанан 2,5 миллиард һум аҡса килгән. БР Хөкүмәте президиумы ултырышында ошондай мәғлүмәт еткерҙе Вице-премьер – Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова.
«Халыҡты эш менән тәьмин итеү, эшебеҙҙең төп йүнәлештәренең береһе, уны контролдә тотор кәрәк. Беҙ, хеҙмәт баҙарында көсөргәнеште кәметеү буйынса барлыҡ сараларҙы күрергә тейешбеҙ. Кешеләр эшһеҙ ҡалырға тейеш түгел», – тине йомғаҡ һүҙендә Хөкүмәт премьер-министрының беренсе урынбаҫары Андрей Назаров.
Читайте нас: