+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
17 Июль 2020, 11:56

«Айыҡ ауыл» конкурсы башланды

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының башҡарма комитеты «Айыҡ ауыл» конкурсы башланыуы хаҡында хәбәр итте.

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының башҡарма комитеты «Айыҡ ауыл» конкурсы башланыуы хаҡында хәбәр итте. Быйыл конкурстың приз фонды 10 тапҡырға арттырыласаҡ, тип белдерҙе республика Башлығы Радий Хәбиров. Шулай уҡ проекттың географияһы ла киңәйә, ҡатнашыусы ауылдар һанын 2 меңгә еткереү күҙаллана. Былтыр конкурста 52 райондан 464 ауыл халҡы үҙ көсөн һынаны. Финалға 15 ауыл сыҡты һәм беренсе урын менән 500 мең һумлыҡ сертификатты Ейәнсура районының бер меңдән ашыу кеше йәшәгән Башҡорт Үргене ауылы яуланы. Быйыл еңеүсе ауыл 5 миллион һум аласаҡ, икенсе урын өсөн — 3 миллион һум, өсөнсөгә — 2 миллион һум түләнәсәк. Был аҡса ауылдарҙы төҙөкләндереүгә йүнәлтелергә тейеш.
Читайте нас: