-4 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
17 Июль 2020, 11:50

“Демография» милли проекты үтәлеше тикшерелде

“Демография» милли проекты сиктәрендә ғаиләләргә бала тыуғанда финанс ярҙам күрһәтелә, ҡатын-ҡыҙҙарға эшкә урынлашыуҙа, өлкәндәргә лә булышлыҡ итә.#национальныепроекты #нацпроекты #региональныепроекты #регпроекты #нацпроектыБашкортостан

Демография» милли проекты сиктәрендә ғаиләләргә бала тыуғанда финанс ярҙам күрһәтелә, ҡатын-ҡыҙҙарға эшкә урынлашыуҙа, өлкәндәргә лә булышлыҡ итә.
БР Хөкүмәтендәге оператив кәңәшмәлә БР ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова төбәгебеҙҙә “Демография» милли проекты үтәлеше һөҙөмтәләрен атап үтте. Ул тыуымдың аҙайыуын туҡтатып һәм эшкә яраҡлы йәштәгеләрҙең республиканан ситкә китеүен 40 процентҡа кәметеп булыуын билдәләне.
БР Башлығы Радий Хәбиров пенсионерҙарҙың һәм алыҫтағы торлаҡ пункттарында йәшәүселәрҙең медицина тикшереүен үтеүен тергеҙеү этаптарын уйларға ҡушты. Сәләмәтлек поездары эшен ойоштороу өсөн яңы медицина техникалары һатып алыныуын белдерҙе. Эпидемиологик хәл был эште яйға һалыу мөмкинлеген бирһә, уны әүҙемләштерергә кәрәк буласаҡ.
Читайте нас: