+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
17 Июль 2020, 11:40

Оло йәштәгеләр өсөн конкурс

2021 йылда Башҡортостанда 29-30 апрелдә өсөнсө йәштәгеләр халыҡ университетының сығарылыш уҡыусылары араһында компьютер «көрәше» буйынса VIII республика конкурсы үтә.#национальныепроекты #нацпроекты #региональныепроекты #регпроекты #нацпроектыБашкортостан

2021 йылда Башҡортостанда 29-30 апрелдә өсөнсө йәштәгеләр халыҡ университетының сығарылыш уҡыусылары араһында компьютер «көрәше» буйынса VIII республика конкурсы үтә.
Конкурс «Рәсәй пенсионерҙары союзы» Дөйөм Рәсәй йәмәғәт ойошмаһының Төбәк бүлексәһе етәкселегендә үтә һәм Владимир Путиндың май указдарында раҫланған «Демография» милли проектын бойомға ашырыуҙа булыша.
Компьютерҙы ҡуллана белеүҙәрен конкурста ҡатнашыусылар дистанцион рәүештә, «Башҡортостан Республикаһында электрон белем» порталында күрһәтәсәк. Шулай, конкурстың өйгә эшен башҡарыу өсөн Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығына арналған презентация эшләргә, ҡатнашыусыларға шулай уҡ тест үтергә кәрәк буласаҡ. Йыйылған балдар буйынса ҡатын-ҡыҙҙар һәм ирҙәр араһында ике еңеүсе асыҡланасаҡ. Республика конкурсында еңеүселәр чемпионаттың Дөйөм Рәсәй этабында ҡатнашасаҡ.
Читайте нас: