+1 °С
Снег
Антитеррор
ВКонтакте
MAX
Беҙҙең турала
Йәмғиәт
18 Июля 2020, 05:30
Ярты быуатлыҡ тарихы бар
Республиканың Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығында хәбәр итеүҙәренсә, быйыл фестивалдең үткәрелә башлауына 50 йыл тула. #национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан
Добавить в предпочтительные источники Google
Йәйҙең иң ижади фестиваленә – “Студенттар яҙы”на – ғаризалар ҡабул ителә.
Республиканың Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығында хәбәр итеүҙәренсә, быйыл фестивалдең үткәрелә башлауына 50 йыл тула. Сираттағы сара Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығына арнала. Конкурс программаһында студенттар, быйыл юғары һәм урта профессиональ уҡыу йорттарын тамамлаусылар ҡатнаша ала. “Студент яҙы-2020” программаһына “Вокал”, “Инструменттар”, Бейеү”, "Театр”, “Үҙенсәлекле жанр”, “Мода”, “Журналистика” һәм “Видео” йүнәлештәре инә.
Фестивалдә ҡатнашыу өсөн 20 июлгә тиклем “Рәсәй йәштәре” мәғлүмәт системаһының “Саралар” бүлегендә (https://myrosmol/ru/) теркәлергә һәм https://2020.studvesna.info/festival асылмаһы буйынса шәхси форманы тултырырға һәм сығышығыҙ видеояҙмаһы асылмаһын бәйләргә кәрәк.
Конкурс һөҙөмтәләре 1 августа социаль селтәрҙә (
https://vk.com/bashmol
) билдәле буласаҡ. Еңеүселәр иһә Башҡортостан исеменән 5 – 10 сентябрҙә Дондағы Ростов ҡалаһында үтәсәк “Студент яҙы” фестиваленең Рәсәй этабында ҡатнашасаҡ.
Әйткәндәй, “Студент яҙы” – ил Президенты Владимир Путиндың май указдарына ярашлы барлыҡҡа килгән “Мәғариф” милли проектының “Социаль әүҙемлек” тәбәк проектының бер өлөшө ул.
Фото: республиканың Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығы.
Читайте нас
MAX
вк
ок
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"