Туристар сәйәхәт турына ҡарап 5-тән 15 мең һумға тиклем компенсация аласаҡ. «Үткән аҙнала Хөкүмәт эске туризмды үҫтереү өсөн өҫтәмә рәүештә 15 миллиард һум аҡса бүлергә ҡарар итте. Был аҡса йыл аҙағына тиклем Рәсәй төбәктәрендә ял итеүҙе һайлаған кешеләрҙең сығымдарын өлөшләтә ҡаплауға китәсәк», – тине ул.