+6 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
27 Июль 2020, 10:05

Балаларҙы — ышаныслы ҡулдарға

«Демография» милли проекты күп балалы ғаиләләрҙе борсоған мөһим мәсьәләләрҙең береһе — бала ҡараусыларҙы уҡытыуҙы хәстәрләйәсәк.#национальныепроекты; #регпроекты

Ошоға тиклем, икеһе лә эшләгән ата-әсәләр, бәләкәстәрҙе ҡалдырырға няняларҙы билдәһеҙ агентлыҡтарҙан йәки таныштары аша ялларға мәжбүр ине. Уларына ла ышаныс юҡ: няняларҙың баланы көнө буйы ҡарамауы, йәки, Аллам һаҡлаһын, туҡмауы, башҡаса язалауы, хатта үлтереүе тураһында хәбәрҙәрҙе әлдән-әле ишетеп торабыҙ. Хәҙер был һорау дәүләт контролендә буласаҡ.
Проект, бала ҡараусыларҙы уҡытып, уларға тейешле сертификат биреп, күп балалы ғаиләләргә махсус сервис аша ошо хеҙмәтте күрһәтәсәк. Күмәк балалар менән эшләй белеүсе, инвалид балаларҙы тәрбиәләүсе, медицина белемле, йомоҡ бәләкәстәрҙең телен асырға өйрәтеүсе белгестәр әҙерләнәсәк, тип күҙаллана. Әгәр, няня хеҙмәтенә ризаһыҙлыҡ тыуған осраҡта, ғаиләләрҙең сығымдары ла ҡапланасаҡ.
Читайте нас: