Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
28 Июль 2020, 10:45

Иң ҙур янғын Бөрйәндә булған

Башҡортостан Урман хужалығы министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, республикалағы урман янғындарын туҡтатыуға федераль һәм төбәк бюджеттан тағы ла 24 миллион һум аҡса бүленәсәк.#национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Аҙна дауамында ямғыр яуһа ла, июль янғындары көнүҙәк мәсьәләләрҙең береһе булып ҡала. Башҡортостан Урман хужалығы министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, республикалағы урман янғындарын туҡтатыуға федераль һәм төбәк бюджеттан тағы ла 24 миллион һум аҡса бүленәсәк.
Мәғлүм булыуынса, июлдең һигеҙ көнөндә 62 янғын сыҡҡан. Төп сәбәбе – ҡоро йәшендәр. Уларҙың иң ҙуры – Башҡортостан дәүләт тәбиғәт ҡурсаулығындағы янғын, ике мең гектарҙан ашыу урман янған. Урал аръяғындағы янғындарҙы һүндереү өсөн республикалағы барлыҡ көстәр ҙә йәлеп ителә. Урман фондына һәм хайуандар донъяһына килтерелгән зыян күләме әле иҫәпләнә. Алдан фаразлауҙар буйынса, уның күләме өс миллион һумдан ашып китәсәк. Әле лә тынысланырға иртә – республикала янғынға ҡаршы режим дауам итә.
– Башҡортостан дәүләт тәбиғәт ҡурсаулығындағы янғындар ямғыр башланғансы ауыҙлыҡланды, ә Белорет районында ул 22 июлдә иртәнсәк туҡтатылды. Ямғырҙар һуңғы нөктәне ҡуйҙы һәм артабан яныу, таралыу хәүефе бөттө, – тип белдерҙе Башҡортостандың урман хужалығы министры Марат Шәрәфетдинов.
Шуны ла әйтергә кәрәктер, республика Урман хужалығы министрлығының махсус бүлексәләре, үҙәктәре һуңғы ике йылда “Экология” милли проекты буйынса янғын һүндереүгә тәғәйенләнгән махсус техника һәм ҡорамалдар менән яҡшы тәьмин ителде. Әгәр ҙа янғын һүндереү станциялары ошо махсус техника менән тәьмин ителмәгән булһа, янғын эҙемтәләре тағы ла ҡурҡынысыраҡ булыр ине. Башҡортостан етәкселеге, “Экология” милли проекты сиктәрендә, янғын һүндереү техникаһы менән тәьмин ителгәнлекте 83 проценттан 100 процентҡа тиклем еткерергә йыйына.
Читайте нас в