-8 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
30 Июль 2020, 16:35

Төбәктәргә коммуналь түләүҙәр буйынса ташламаларҙы ҡаплауға аҡса бүленә

Рәсәй Хөкүмәте етәксеһе Михаил Мишустин төбәктәрҙең коммуналь түләүҙәр буйынса ташламаларын ҡаплауға 9 миллиард һумдан ашыу аҡса бүлеү тураһында бойороҡҡа ҡул ҡуйҙы. #национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Рәсәй Хөкүмәте етәксеһе Михаил Мишустин төбәктәрҙең коммуналь түләүҙәр буйынса ташламаларын ҡаплауға 9 миллиард һумдан ашыу аҡса бүлеү тураһында бойороҡҡа ҡул ҡуйҙы.
Һүҙ, айырым категорияға ҡараған ветерандар, граждандар һәм инвалидтар, радиация һәм техноген һәләкәттәрҙән зыян күргәндәр өсөн ташламалар тураһында бара. Улар торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәр өсөн хаҡтың яртыһын үҙҙәре ҡаплай, ә ҡалған өлөшөн дәүләт ҡапларға тейеш. Ошо аҡса илдең 30 төбәгендә шул ҡалған өлөштө ҡаплауға китәсәк. 2020 йылда бюджетта был маҡсатта бөтәһе 106 миллиард һум ҡаралған.
Читайте нас: