+7 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
6 Август 2020, 13:01

Урындағы башланғыстар

Башҡортостанда быйылғы йылда 600 миллион һумға торошло 560 урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү проекты (ППМИ) тормошҡа ашырыласаҡ, тип хәбәр итә Стратегик инициативалар институтынан.#национальныепроекты; #регпроекты; #нацпроектыБашкортостан

Башҡортостанда быйылғы йылда 600 миллион һумға торошло 560 урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү проекты (ППМИ) тормошҡа ашырыласаҡ, тип хәбәр итә Стратегик инициативалар институтынан.
Конкурсҡа бөтәһе 1061 заявка булған. Бер нисә йыл эшләп килгән был программа, халыҡ менән берлектә биләмәләрҙе төҙөкләндереүгә йүнәлтелеп, Милли проекттарҙы тормошҡа ашырыуҙа ҙур урын ала. 2020 йылда был проектҡа республика ҡаҙнаһынан 400 миллион һум, муниципаль бюджеттан 90 миллион һум бүленгән, 50 миллион һум халыҡ аҡсаһы, 50 миллион һум бағымсыларҙыҡы. Институттан билдәләүҙәренсә, ауыл ерендә беренселәрҙән булып юлдарҙы, мәҙәниәт учреждениеларын һәм ауылдарҙы төҙөкләндереү проекттары торһа, ҡала халҡы мәғариф учреждениеларын ремонтлауҙы, балалар майҙансығы төҙөүҙе, юлдарҙы төҙөкләндереүҙе өҫтөн күрә.
Читайте нас: