+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
7 Август 2020, 19:15

Ер участкаһы урынына аҡса

Ағымдағы көҙҙән республика Хөкүмәтенең «Өс һәм унан күберәк бәлиғ булмаған балалары булған граждандарға һәм шулай уҡ бәлиғ булмаған инвалид бала тәрбиәләүселәргә торлаҡ шарттарын яҡшыртыу маҡсатында бушлай милеккә ер участкаһы бүлеү урынына бер тапҡыр аҡсалата түләм биреү тәртибен раҫлау тураһында»ғы ҡарар проектына ярашлы, ер участкаһы урынына 250 мең һум аҡса түләй башлау планлаштырыла.

Был ярҙам төрө әлеге категория граждандарға ҡыҫҡа ваҡыт эсендә торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға булышлыҡ итәсәк. Бер тапҡыр бирелгән түләмде торлаҡ һатып алыуға, шәхси йорт төҙөүгә, ипотека буйынса бурысты өлөшләтә ҡаплауға, ер участкаһы һатып алыуға тотонорға мөмкин. Күп балалы һәм үҙенсәлекле бала тәрбиәләүсе ғаиләләргә бер тапҡыр бирелгән аҡсалата түләмде алыуға нигеҙ булып уға хоҡуҡ биргән исемле документ тора. Ғаризаны БР Ер һәм милек мөнәсәбәттәре министрлығына йәки ташламалы категорияға ҡараған граждандар ер алыуға сиратта торған урындағы үҙидара органына бирелә. Һатып алынасаҡ йәки яңы төҙөлгән торлаҡ, ер уасткаһы – барыһы ла республика биләмәһенән ситтә булырға тейеш түгел.
Читайте нас: