Йыл һайын көҙ Урман хужалығы федераль агентлығы тарафынан “Урмандарҙы һаҡлайыҡ” Бөтә Рәсәй акцияһы ойошторола.
Был сараның төп маҡсаты – илебеҙҙең урман байлыҡтарын һаҡлауға, тергеҙеүгә һәм байытыуға йәмәғәтселек иғтибарын йүнәлтеү.
Башҡортостан Урман хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, быйыл республикала бөтәһе 43 гектарҙа 170 мең тирәһе ағас үҫентеһе ултыртыласаҡ. Бындай акцияларҙа әбйәлилдәр ҙә әүҙем ҡатнаша.