+3 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
11 Август 2020, 11:00

Фекер әһәмиәткә эйә: нисек халыҡ үҙе йәшәгән ерҙе төҙөкләндереүгә тәьҫир итә ала?

Үҙ биләмәләрендәге проблеманы шунда йәшәүселәрҙән яҡшы белеүсе юҡ. Шуға күрә улар ситуацияға туранан-тура йоғонто яһарға тейеш.

Һуңғы йылдарҙа ил күләмендә төҙөкләндереү эштәре киң алып барыла. Июль аҙағында Президент В. В. Путин яңы законға ҡул ҡуйҙы, уға ярашлы урындарҙа йәшәүселәр бюджет сараларын тәү сиратта ниндәй маҡсатта тотоноуҙы үҙҙәре хәл итә ала – әйтәйек, урамды йәки мәҙәниәт усағын ремонтлауғамы, йәиһә скверҙы төҙөкләндереүгә. Эштәрҙе башҡарыуҙың төп шарты – халыҡ контроле.
Закон проектын Дәүләт Думаһына «Берҙәм Рәсәй» партияһы тәҡдим итте. «Йәмғиәт һәм власть органдарының бындай тәьҫир итешен ил етәксеһе «тере» тип хупланы һәм граждандар тарафынан билдәләнгән мәсьәләләрҙе хәл итеүгә йүнәлтелеүсе бюджет сығымдарын арттырырға ҡушты, – тине партияның Генсовет секретары Андрей Турчак. – Үҙ биләмәләрендәге проблеманы шунда йәшәүселәрҙән яҡшы белеүсе юҡ. Шуға күрә улар ситуацияға туранан-тура йоғонто яһарға тейеш».
Инициатив бюджетлау программаһы илдең айырым төбәктәрендә 2011 йылдан тормошҡа ашырыла. Хәҙер ул бөтә ил күләмендә эшләйәсәк.
«Халыҡ бюджетлауы» принцибы буйынса биләмәләрҙе һәм объекттарҙы төҙөкләндереү йүнәлешендә тормошҡа ашырылыусы төбәк проекттары менән параллель рәүештә «Берҙәм Рәсәй» партияһының «Ҡала мөхите» проекты эшләй. Партияның был проекты граждандарҙың фекеренә ҡолаҡ һалып, йәмәғәт контроле аҫтында башҡарыла. 2019 йылда проект ярҙамында Рәсәйҙә 11 мең ихата һәм 6 мең самаһы йәмәғәт биләмәһе – парктар, скверҙар, аллеялар һәм майҙансыҡтар төҙөкләндерелгән. Дөйөм алғанда был маҡсатта 40 миллиард һумдан ашыу аҡса бүленгән. Уның 5 миллиардын төбәктәр финанслаған.
2020 йылда пандемия арҡаһында йәмәғәт фекер алышыуҙарын уҙғарыу процесы ҡатмарлашҡан. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, 4 мең парк һәм скверҙы, 9 мең ихатаны төҙөкләндереү планға алынған. Быға 43 миллиард һум аҡса бүленә.
«Хәҙер барыһы ла урындағы халыҡтың әүҙемлегенән тора. Улар йыйылыштарҙа нимә кәрәклеген хәл итә. Унан һуң дизайнерҙар һәм архитекторҙар проект әҙерләй, ә власть уны бойомға ашырыуға аҡса бүлә. «Берҙәм Рәсәй» партияһының «Ҡала мөхите» проекты – билдәле бер ихатала йәшәүселәрҙең фекере һәм уның бойомға ашыуы араһында күпер булып тора», – тип билдәләй проекттың федераль координаторы, Дәүләт Думаһы депутаты Павел Качкаев.
Партия проекты буйынса Башҡортостанда ағымдағы йылда 380 ихата, 101 йәмәғәт биләмәһе һәм 2 меңдән ашыу подъезд төҙөкләндереләсәк. Был маҡсатта 4 миллиард тирәһе аҡса бүленәсәк.
Читайте нас: