+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
20 Август 2020, 11:11

Студент отрядтарына дәүләт ярҙамы

Башҡортостан парламентында республика студент отрядтары эшмәкәрлеге тураһында закон проекты өҫтөндә эш алып барыла.#национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Башҡортостан парламентында республика студент отрядтары эшмәкәрлеге тураһында закон проекты өҫтөндә эш алып барыла.
Закон проекты беренсе уҡыуҙа ҡабул ителде һәм документҡа төҙәтмәләрҙе профилле комитет 4 сентябргә тиклем ҡабул итә.
Парламент спикеры Константин Толкачев әйтеүенсә, бындай закон ҡабул итеүҙең маҡсаты, уҡыусы йәштәрҙе ваҡытлыса эшкә урынлаштырыуҙа шарттар булдырыуҙан тыш, студент отрядтары хәрәкәтен үҫтереү.
“Законда был өлкәгә дәүләт ярҙамы һәм республика власть органдарының вәкәләттәре нығытыласаҡ, - тип билдәләне ул. — Айырым алғанда, отряд эшмәкәрлеге менән шөғөлләнгән кешеләрҙе дәртләндереүгә, йәштәргә, студент отрядтарына эш урыны булдырған ойошмаларға, предприятиеларға дәүләт ярҙамы күрһәтеү була. Башҡортостандағы студент отрядтары махсус реестрға индереләсәк”.
Читайте нас: