Ысынлап та, үҙ ҡулдары менән сәскәләр үҫтереп, уларҙан матурлыҡ тыуҙырыусы ҡатын-ҡыҙҙарға һоҡланмау мөмкинме һуң? Кемеһенең генә ишек алдарына күҙ һалма, аллы-гөллө сәскәләр, тирә-яҡҡа нур һибеп, балҡып, матурлыҡ бөркөп ултыралар. Сәскә, гөлдәр үҫтереү өсөн дә күп көс, тырышлыҡ кәрәк. Ошо матурлыҡҡа һоҡланып, «Сәскәләр — тормош йәме» тип аталған конкурс ойошторҙоҡ. Бәйге тураһында «Бәйләнештә» социаль селтәрендәге «Әбделмәмбәт ауылы төркөмө» берләшмәһендә иғлан итеп, ҡатнашырға теләүселәрҙән онлайн рәүештә заявкалар ҡабул иттек.
Конкурста ҡатнашыуға гүзәллеккә ғашиҡ 10 уңған хужабикә теләк белдерҙе. Һәм оҙаҡҡа һуҙмай китапханасы Фәнүзә Әхтәмова, клуб мөдире Сания Фазылйәнова, «Әбделмәмбәт ауыл төр-көмө»н алып барыусы ветеран уҡытыусы Гөлшат Йосопова һәм ошо юлдар авторы — ауыл Советы депутаты, конкурсты ойоштороусы, уҡытыусы Гөлфиә Моратшинанан торған комиссия уларҙың ихаталарын йөрөп ҡарап сыҡтыҡ. Әйткәндәй, күрше генә ятҡан Мәхмүт ауылынан да бер йәш хужабикәбеҙҙең бәйгегә ҡушылды, шуға күрә велосипедтарға атланып, Миңдейәровтар йортона ла барып еттек.
Конкурс, ысынлап та, ауылыбыҙҙа уңған, тырыш, һоҡланырлыҡ ғаиләләр бик күп булыуына инандырҙы. Күҙҙең яуын алып ултырған сәскәләрҙән тыш, ҡарбуз, ҡауын, виноград һәм башҡа төрлө декоратив ағастар үҫтереүселәр таң ҡалдырҙы. Бәйгенең шартына ярашлы өҫтөнлөклө иғтибарҙы сәскәләрҙең матурлығына һәм төрлөлөгөнә йүнәлттек.
Шулай итеп, гран-при, һис бәхәсһеҙ, Нәрисә Дауытоваға бирелде. Сания Дауытова — беренсе, Венера Солтанова һәм Райхана Мусина — икенсе, Рәйлә Диярова, Факиһа Килдейәрова һәм Йәмилә Фазылйәнова өсөнсө урынға лайыҡ булды. Мәрғиә Юлмөхәмәтова менән Мәхмүттән Линара Миңдейәрова «Гүзәллек яратыусы» номинацияһында еңеүсе булды. Бөтә ҡатнашыусылар ҙа маҡтау ҡағыҙҙары һәм иҫтәлекле бүләктәр менән билдәләнде. Киләсәктә ошо конкурстың ауылыбыҙҙа матур йолаға әүрелеренә, ҡалған гүзәл заттарҙың да, донъяларын гөл-сәскәгә күмеп, уға ҡушылырҙарына ышанам.
Гөлфиә МОРАТШИНА,
ауыл биләмәһе депутаты.
Әбделмәмбәт ауылы.