+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
21 Август 2020, 11:20

Ташҡа биҙәк төшөрөүселәр үҙ көсөн һынаясаҡ

“Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм эшҡыуарлыҡ башланғыстарына ярҙам итеү” милли проектына ярашлы Башҡортостанда тәүге тапҡыр ташҡа биҙәк төшөрөүселәр араһында конкурс ойоштороласаҡ.#национальныепроекты;#нацпроекты;#региональныепроекты;#регпроекты;#нацпроектыБашкортостан

Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм эшҡыуарлыҡ башланғыстарына ярҙам итеү” милли проектына ярашлы Башҡортостанда тәүге тапҡыр ташҡа биҙәк төшөрөүселәр араһында конкурс ойоштороласаҡ.
Сараның маҡсаты – ташҡа биҙәк төшөрөүселәр сәнғәтенең үҫешенә булышлыҡ итеү һәм уны популярлаштырыу.
Ойошмалар, шәхси эшҡыуарҙар, үҙмәшғүлдәр, ғөмүмән, ташҡа биҙәк төшөрөүселәр был сарала үҙен һынап ҡарай ала. Еңеүселәр “Классик һәм заманса ташҡа биҙәк төшөрөү сәнғәте”, “Ташҡа биҙәк төшөрөүҙә яңылыҡтар”, “Сувенирҙар”, “Интерьер һәм көнкүреш өсөн кәрәк-яраҡтар” һәм “Йәш ташҡа биҙәк төшөрөүсе” номинациялары буйынса билдәләнәсәк.
Ғаризалар Башҡортостандың бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡты үҫтереү буйынса агентлыҡтың Халыҡ кәсептәре, һөнәрселек, ауыл һәм экологик туризм үҙәгендә 14 сентябргә тиклем ҡабул ителә.
Читайте нас: