-5 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
26 Август 2020, 11:15

Балалар баҡсалары төҙөлә

"Демография" проекты буйынса республикала төҙөлөш әүҙем бара.

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров сираттағы “Төҙөлөш һәм транспорт сәғәте”н үткәрҙе. Унда ҡатнашыусылар “Демография” милли проектына ярашлы, балалар баҡсалары төҙөү һәм белем биреү учреждениелары тирәһендә аварияларҙы иҫкәртеү саралары мәсьәләләрен тикшерҙе.
Ошо проектҡа ярашлы, быйыл республикала 3 900 урынлыҡ 24 балалар баҡсаһы файҙаланыуға тапшырыласаҡ. Башҡортостандың Төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитеты рәйесенең беренсе урынбаҫары Рәмзил Күсәрбаев хәбәр итеүенсә, бер объект әҙер, алтауһының әҙерлек кимәле юғары, һигеҙенеке уртаса тип баһалана, туғыҙының майҙансығында эш 70 процентҡа тамамланған. Рәсәй һәм республика ҡаҙналарынан был төҙөлөштәр өсөн бүленгән аҡса 3,7 миллиард һумдан аша.
– Матур һәм заманса балалар баҡсаларын күп төҙөүебеҙ һәйбәт, – тине Радий Фәрит улы. – Тик эште һуҙмағыҙ, һуңғы көнгәсә ҡалдырмағыҙ.
Башҡортостан етәксеһе Төҙөлөш һәм архитектура, Транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитеттарына бер юлы балалар баҡсаларына табан юл да һалырға ҡушты.
Фото: glavarb.ru.
Читайте нас: