Кремлдең матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, ил башлығы трасса төҙөлөшө тураһындағы мәғлүмәттәр стендын ҡарағандан һуң төҙөүселәр менән әңгәмәләшә, унан инде яңы трассаны асыуға рөхсәт бирә.
«ВАД» йәмғиәтенең баш технологы Андрей Волков менән һөйләшкәндә Путин трассаның тейешле ваҡытынан алдараҡ асылыуын билдәләне. Автоюл 2020 йылдың декабренә генә һалынып бөтөргә тейеш ине.
Был юл 2017 йылда төҙөлә башлаған, проекттың хаҡы 140 миллиард һумдан ашыу. Ул Керчь, Феодосия, Белогорск, Симферополь, Бахчисарай һәм Севастополь ҡалаларын тоташтыра.Трассаның оҙонлоғо 250,7 км