-5 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
28 Август 2020, 11:30

Әсәйҙәргә миҙалдар тапшырылды

Район мәҙәниәт һарайында матур тантана уҙҙы — күп балалы әсәйҙәр миҙал алды. Йөҙҙәре шатлыҡтан балҡыған ҡатындар бүләкләүгә ғаиләләре менән бергә килде.

Республикала 1998 йылда булдырылған «Әсәлек даны» миҙалына 7 меңдән ашыу әсә лайыҡ булған. Беҙҙең райондан биш һәм унан күберәк бала тәрбиәләүсе 340 әсә миҙал менән бүләкләнгән.
Шатлыҡлы һәм иҫтәлекле ваҡиға уңайынан әсәләрҙе район хакимиәте башлығы Илдар Нафиҡов ихлас тәбрикләне.
— Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың ҡушыуы буйынса бөгөн миңә оло бурыс йөкмәтелде. Быға тиклем был юғары награда әсәләргә республика етәкселеге тарафынан тапшырылһа, пандемия арҡаһында миҙал урындарҙа бирелә. «Әсәлек даны» миҙалы иң ҡәҙерлеһе, ҡиммәтлеһе, минеңсә. Сөнки әсәйҙәр һәр кемебеҙгә иң яҡын, иң мәрхәмәтле, оло йөрәкле, изге күңелле кешеләр. Уларҙың иң яуаплы, ауыр хеҙмәте лайыҡлы баһаланырға тейеш, — тине Илдар Таһир улы. — Республикала әсәлекте һәм балалыҡты яҡлау буйынса күп эштәр башҡарыла. 34 меңдән ашыу күп балалы ғаилә төрлө ярҙам ала.
Сәхнәгә Сиҙәм ауылынан Гүзәл Әхмәтйәнова менән Дауыттан Гөлдәр Сәғәҙәтова күтәрелде. Район етәксеһе бәхетле әсәләргә миҙал һәм матур гөлләмә тапшырып, һаулыҡ-именлек, балалар ҡыуанысы теләне. Гөлдәр менән Харрас Сәғәҙәтовтар алты бала тәрбиәләй. Иң өлкәндәре 18 йәшлек Миңлегөл, Сибайҙа техникумда белем ала, иҡтисадсы-бухгалтер буласаҡ. Алһыуға 13 йәш, 1-се Асҡар урта мәктәбенең 8-се класына бара. 11 йәшлек Нәркәс дүртенсе класс уҡыусыһы. Алты йәшлек Инсаф быйыл беренсе класҡа барасаҡ. Илһамға 4 йәш, иң бәләкәстәре Рамилға бер генә ай. Гүзәл менән Илһам Әхмәтйәновтар биш балаға ғүмер биргән. Ҡыҙҙары Зәлиә менән Гөлзәминә һайлаған һөнәрҙәре буйынса эшләй, улдары Илсур менән Илгиз Сиҙәм мәктәбенең 9-сы һәм 7-се класында. Инсафҡа 6 йәш. Ғаилә башлығы Илһам Иҙрис улы вахта ысулы менән эшләй, Гүзәл Ғарифулла ҡыҙы 16 йыл Урал участка дауаханаһында шәфҡәт туташы. Ғаиләләр хәләл көстәре менән донъя ҡорған, хужалыҡ тота. Балалары ата-әсә һөйөүен, хәстәрен тойоп үҫә.
Байрам сараһын «Йәшлек» халыҡ бейеүҙәре ансамбле ҡыҙҙарының самауыр менән бейеүе, йырсылар Заһир Хызыров менән Илгиз Муллағәләмовтың сығыштары йәмләне.
Читайте нас: