Сентябрь айынан балалар көндөҙгө йоҡоға хоҡуҡ аласаҡ.
БР Дәүләт Йыйылышы депутаттары балаларға көндөҙгө йоҡоға хоҡуҡ биреүсе закон ҡабул итергә йыйына. “Тыныс сәғәт” тураһындағы закон проекты йәмәғәт тикшереүен үтергә өлгөргән дә инде. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: депутаттар күп ҡатлы йорттарҙа һәм ятаҡтарҙа тауышлы ремонт эштәрен 13.00–15.00 сәғәттәр арауығында туҡтатып торорға тәҡдим итә.
Ысынлап та, йәш быундың сәләмәтлеген ҡайғыртыу маҡсатында был мөһим закон. Рәсәй Президенты Владимир Путин ҡушыуы буйынса эшләгән “Сәләмәтлек” милли проекты сиктәрендә Башҡортостанда балаларҙың һау-сәләмәт булып үҫеүе һәм төплө белем алыуын ҡайғыртыу йүнәлешендә күп эштәр алып барыла, кәрәкле закондар ҡабул ителә. Әлеге “Тыныс сәғәт” закон проекты ла ана шундайҙарҙан.