«Льготаға эйә булған 92 мең кешенең торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәр буйынса бурыстары бар. Был кешеләргә сентябрь айында айлыҡ аҡсалата компенсация түләнмәйәсәк».
Был турала Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтендә үткән оператив кәңәшмәлә БР Хөкүмәте премьер-министры урынбаҫары - БР ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова «2020 йылдың 1 июленән льготалы категорияға ҡараған граждандарға торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәр өсөн компенсация түләүҙең иҫәп-хисап тәртибе үҙгәреүе тураһында” темаға сығышында хәбәр итте.
Беҙҙең республикала льготалы граждандар категорияһына ҡараған 664 мең кеше йәшәй. Был һуғыш ветерандары, хеҙмәт ветерандары, инвалидтар, инвалид балалары булған ғаиләләр, күп балалы ғаиләләр, тыл хеҙмәтсәндәре, хәрби хәрәкәттәр ветерандары, Чернобылдә булғандар һәм уларҙың ғаилә ағзалары.
Бөтә ошо льготалы категориялар торлаҡ-коммуналь хужалыҡ өсөн ай һайын аҡсалата компенсацияны был йылдың сентябренән яңы тәртиптә ала башлаясаҡ. Шулай итеп, беҙ үҙебеҙҙең ҡануниәтте федераль закондарға ярашлы үҙгәрттек. Хәҙер льготалы граждандарға компенсациялар торлаҡ-коммуналь хужалыҡ өсөн ысынбарлыҡ сығымдарына ҡарап түләнәсәк. Шул уҡ ваҡытта сумма льготалы категорияларға торлаҡ майҙанына, ғаилә составына, иҫәпләү приборҙарының булыу-булмауына, торлаҡтың төҙөкләндереү кимәленә бәйле буласаҡ. Шулай уҡ ул ҡулланыу нормативына ҡарап сикләнгән була.
Мәҫәлән, льготалы граждан ҙур коттеджда йәшәй һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ өсөн айына 20 мең һум түләй һәм, һөҙөмтәлә, уға 10 меңен кире ҡайтарырға тейештәр һымаҡ. Юҡ, улай түгел. Был сикләнгән буласаҡ. Ниндәйҙер мәғәнәлә был, моғайын, ғәҙеллектер.
Бик мөһим момент: кемдеңдер торлаҡ-коммуналь хужалыҡ буйынса бурысы булһа (хатта бер тин булһа ла) - улар үҙ компенсацияһын ала алмаясаҡ. Был Рәсәй Торлаҡ кодексына тап килә.
Бурысты ике ай эсендә йә түләргә, йәки ресурс менән тәьмин итеүсе ойошма менән бурысты түләү тураһында килешеү төҙөргә кәрәк.
Һәм һуңғыһы: айлыҡ аҡсалата компенсациянан тыш, республика халҡы, льготалы категорияла тороу-тормауына ҡарамаҫтан, субсидия менән файҙалана ала.
Әгәр ғаиләнең коммуналь хеҙмәттәр өсөн түләүҙәр сығымы максималь рөхсәт ителгән сығымдар өлөшөнән артып киткән осраҡта, улар коммуналь түләүҙәр буйынса субсидия алыу хоҡуғына эйә буласаҡ. Төрлө категориялы граждандар өсөн был күрһәткестәр төрлөсә.
Күп балалы һәм тулы булмаған ғаиләләр өсөн ул 13 %, 70 йәштән үткән, яңғыҙ йәшәгән пенсионерҙар өсөн– 16 %, 70 йәшкә етмәгән пенсионерҙар өсөн – 18%, республиканың ҡалған категорияға ҡараған граждандары өсөн 20 % буласаҡ.
Шулай итеп, был, әгәр һөҙөмтәлә, айлыҡ аҡсалата компенсация кәмеһә, ғаилә сығымдарын ҡаплай торған мөмкинселек.
Ҡабатлап иҫкәртәбеҙ, бурыслы кеше ярҙам ала алмаясаҡ!