+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
3 Сентябрь 2020, 10:40

Яһалма интеллектлы поездар тест үтә

Рәсәй тимер юлдарында беренселәрҙән булып, яһалма интеллектлы поездар тест үтә башланы, улар кеше факторына бәйле авария хәлдәрен булдырмаҫҡа тейеш.#национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Рәсәй тимер юлдарында беренселәрҙән булып, яһалма интеллектлы поездар тест үтә башланы, улар кеше факторына бәйле авария хәлдәрен булдырмаҫҡа тейеш.
Теста ҡатнашыусы ун локомотивҡа интеллектуаль комплекстар ҡуйылған. Улар поездарҙың алдындағы юл торошон күҙәтеп, баһалап барасаҡ. Был комплекс тимер юлында башҡа состав, объкттар, кешеләр булыуын күрһә, машинистҡа хәүеф тураһында сигнал бирә. Машинист яғынан реакция булмаһа, үҙе килеп сыҡҡан осраҡ буйынса тейешле эш итә. “Әгәр барыһыла ыңғай килеп сыҡһа, Рәсәй тимер юлдарында хәүефһеҙлек яҡшы яҡҡа үҙгәрәсәк, яһалма интеллект кешегә хата ебәрергә юл ҡуймаясаҡ”, - тип һанай комплекс авторҙары.
Читайте нас: