+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
4 Сентябрь 2020, 12:35

Ҡарттар йорттарында урындар һанын арттырыу күҙаллана

Башҡортостандағы ҡарттар йорттарында урындар һанын арттырыу һәм стационар учреждениеларҙа улар өсөн уңайлы шарттар булдырыу планлаштырыла, тип хәбәр итә республиканың Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры урынбаҫары Юрий Мельников.#нацпроекты #регпроекты #нацпроектыБашкортостан

Башҡортостандағы ҡарттар йорттарында урындар һанын арттырыу һәм стационар учреждениеларҙа улар өсөн уңайлы шарттар булдырыу планлаштырыла, тип хәбәр итә республиканың Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры урынбаҫары Юрий Мельников.
Уның һүҙҙәренсә, әле министрлыҡ стационар социаль хеҙмәтләндереүҙең ике объектын төҙөүгә Рәсәй хеҙмәт министрлығынан финанс бүлеүҙәрен һорап заявка әҙерләй.
Федераль адреслы инвестиция программаһына “Именлек” республика геронтологик үҙәгенең торлаҡ корпусын һәм Благовещенда оло йәштәге кешеләр өсөн 60 урынлыҡ торлаҡ бинаны индереү планлаштырыла.
“Стационар учреждениеларҙа оло йәштәгеләргә һәйбәт, уңайлы йәшәү шарттары булдырыу яғындабыҙ”, – ти Юрий Мельников.
Бөтә был эштәр “Демомграфия” милли проектының “Оло быуын” федераль проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә башҡарыла.
Фото министрлыҡ сайтынан алынды.
Читайте нас: