Ил Президенты Владимир Путин Сыуашстан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Олег Николаев менән аралашҡанда халыҡ был пособие алыу өсөн хеҙмәт биржаһына ябырылды, тине. Ил башлығы аңлатыуынса, пособие юллап, мөрәжәғәт иткәндәрҙең күпселеге оҙаҡ йылдар эшләүе билдәле. “Килеүҙәре яҡшы булды, әйҙә аҡса алһындар”, – тине ул.
Апрелдә Рәсәй премьер-министры Михаил Мишустин 1 марттан һуң эш урынын юғалтыусыларға иң юғары пособие –12130 һум күләмендә аҡса түләү тураһындағы ҡарарға ҡул ҡуйғайны. Шулай уҡ эшһеҙ ҡалыусыларҙың һәр балаһы өсөн өсәр мең һум күләмендә өҫтәмә түләү ҡаралғайны. Июндә Рәсәй Хөкүмәте Башлығы эшһеҙлек буйынса минималь пособиены 4,5 мең һумға күтәрҙе. Һуңғараҡ В. Путин эшһеҙҙәр өсөн арттырылған түләү өс ай – йәй дауамында түләнәсәк, тип белдерҙе.