+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
5 Сентябрь 2020, 10:00

Урманды тергеҙеү буйынса

Башҡортостандың урман хужалығы министры Марат Шәрәфетдинов Федераль урман хужалығы агентлығы ойошторған видеоконференцияла ҡатнашты.#национальныепроекты#региональныепроекты#нацпроектыБашкортостан

Башҡортостандың урман хужалығы министры Марат Шәрәфетдинов Федераль урман хужалығы агентлығы ойошторған видеоконференцияла ҡатнашты.
Кәңәшмәлә Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарына ярашлы ҡабул ителгән “Экология” милли проекты сиктәрендә “Рәсәй Федерацияһы субъекттары биләмәһендә 2020 йылда “Урмандарҙы һаҡлау” федераль проектын бойомға ашырыу барышы тураһында”ғы һорау буйынса урман мөнәсәбәттәре өлкәһендә Рәсәй субъекттарының башҡарма власть органдары вәкилдәренең докладтары тыңланды.
Марат Шәрәфетдинов 2020 йылда “Урмандарҙы һаҡлау” проекты буйынса федераль бюджеттан республикаға 211,2 миллион һум бүленеүе тураһында хәбәр итте.
– 75 миллион һумға техника алынды. Урманды тергеҙеү һәм янғындар миҙгеле башланғансы бөтә техника ведомствоға ҡараған учреждениеларға тапшырылды. Быйыл яңы техника урман ултыртыуға һәм янғындарҙы һүндереүгә тулыһынса йәлеп ителде, – тип билдәләне министр.
Марат Шәрәфетдинов билдәләүенсә, Волга буйы федераль округында Башҡортостан урманды тергеҙеү буйынса иң күп күләмде үтәгән – 7,4 мең гектарҙан ашыу. Республика үҫтерелгән үҫентеләр буйынса ла планда ҡаралған күрһәткестәргә өлгәшкән – 63,2 миллион дана. Һуңғы инвентаризация октябрҙә буласаҡ.
– Әле беҙ ағымдағы йылдың көҙгө урман тергеҙеү осорона әүҙем әҙерләнәбеҙ, ҡуйылған маҡсаттарға өлгәшәсәкбеҙ, – тине министр.
Фото: БР Урман хужалығы министрлығы сайтынан.
Читайте нас: