Башҡортостанда коронавирус йоҡторған 323 уҡыусы өйҙән тороп уҡыуға күсте. Сирләү осраҡтары Иглин, Ишембай, һәм Мәләүез райондарында теркәлгән, тип хәбәр итте мәғариф министры Айбулат Хажин.
«Һәр осраҡта алгоритм буйынса эш ителә. Ике сәғәт эсендә Роспотребнадзорҙың территориаль идаралығына һәм Һаулыҡ һаҡлау министрлығына мәғлүмәт ебәрелә. Бәйләнештә булғандар, шул иҫәптән уҡытыусы (кәрәк булһа) дистанцион режимға күсә. Мәктәпкәсә учреждениелар менән дә шулай уҡ», — тине Башҡортостандың Мәғариф министрлығы етәксеһе.
Республика башлығы Радий Хәбиров фекеренсә, хәҙерге ваҡытта грипҡа ҡаршы вакцинацияны пропагандалау көсәйтелергә тейеш.
Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин һүҙҙәренсә, республика 2020 йылдың аҙағына тиклем грипҡа ҡаршы вакцина менән тәьмин ителгән.