+7 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
7 Сентябрь 2020, 18:15

Таштимерҙәр республика бәйгеһендә ҡатнаша

Төп маҡсаты – ауылдар халҡын айыҡ һәм сәләмәт тормошҡа йәлеп итеү, йәш быуынды традицияларға ярашлы дөрөҫ тәрбиәләү һәм эскелек, тәмәке тартыу, наркотиктар тәҫиренән һаҡлау булған “Айыҡ ауыл-2020” республика бәйгеһенең муниципаль этабы старт алды.

Уҙған йыл район кимәлендә ойошторолған “Сәләмәт ауыл” конкурсында “Cәләмәт тормошто пропагандалауҙа һәм йәш быуынды спортҡа йәлҽп итҽү буйынса һөҙөмтәлҽ эш” номинацияһында еңеү яулаған таштимерҙәр ҙә ошо бәйгегә ҡушылырға йөрьәт иттеләр. Әле “Айыҡ ауыл” конкурсына әҙерлек сиктәрендә ойоштороу комитетының төҙөлгән эш планына ярашлы бик күп эштәр башҡарырға өлгөргән таштимерҙәр һәм улар барыһы ла “Бәйләнештәр” селтәрендә булдырылған “Таштимер. Айыҡ ауыл-2020” төркөмөндә сағылыш таба.
Мәҫәлән, уҡыу йылы башланыр алдынан китапхана менән берлектә “Мәктәпкә әҙерләнергә ярҙам ит!” акцияһы ойошторолған. Битараф булмаған изге күңелле кешеләр килтергән уҡыу кәрәк-яраҡтары, кейем-һалым күп балалы ғаиләләргә, ауыр тормош хәлендә ҡалған балаларға тапшырылған.
Читайте нас: